0%

Ә мин-башҡорт балаһы(шиғыр). К.Булат

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Ә мин-башҡорт балаһы ( шиғыр )
автор К.Булат
.Нәшер ителгән: 1988 йыл. Сығанаҡ: "Туған тел".-Өфө"Башҡортостан китап нәшриәте",1988 йыл


Ә мин-башҡорт балаһы


 Олатай атҡа мендергәс,
 Йәбештем ат ялына.
 «Ҡолап төшмәһен», — тип әсәй
 Олатайға ялына.
 «Улым — башҡорт балаһы», — тип
 Олатай йүгән бирҙе.
 Бышҡырҙы ла менгән атым,
 Күкрәген бер аҙ кирҙе.
 Юртып киттем, донъя иркен,
 Мендем күктең ҡатына.
 «Ҡолон бирер, — ти олатай, —
 Һоло һалһаң атыңа».

 


1988 йыл